6 декабрь, Шишәмбе

18 июнь 2010 йыл, 15:08

Башҡортостан Төҙөүселәр союзына йәнә биш ойошма ингән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһы Төҙөүселәр союзы йәнә биш ағзаға артты. Был Өфөлә үткән Төҙөүселәр союзы йыйылышы йомғаҡтары буйынса билдәле булды. Хәҙер республиканың үҙ-үҙен көйләүсе төҙөлөш ойошмаһына ингән ағзалар иҫәбе 375 компанияға етте.

Йыйылышта дисциплинар йоғонто, эшкә рөхсәт биреү, 2009 йыл өсөн бухгалтерия отчетын раҫлау һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылышлы һорауҙар тикшерелде. Капиталь төҙөлөш объекттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә айырым иғтибар бирелде. Сарала хәүефһеҙлеккә йоғонтоһо булған эш төрҙәренең яңы исемлеге раҫланды. Уға ярашлы, уғата хәүефле объекттарға талаптар билдәләнде. БР Төҙөүселәр союзының башҡарма директоры Виктор Коротун әйтеүенсә, яңылыҡтар кадрҙар менән тәьмин итеүгә, квалификация күтәреүгә, мөлкәт һәм документтарға ҡағыла.

— Был талаптар төҙөлөш компаниялары өсөн мөһим документ булып тора, — тине Виктор Иванович. – Улар нигеҙендә ойошмаларға хәүефле объектарҙа эшләүгә  рөхсәт бирелеүе тураһында таныҡлыҡ тапшырыласаҡ. Шуға күрә күпселек компанияларҙа таныҡлыҡ алыу менән ауырлыҡтар тыумаҫҡа тейеш. Әммә шуныһы ғәжәпләндерә, яңы исемлектә инженер селтәрҙәре тураһында талаптар юҡ. Төҙөлөш нормативтарында һәм ҡануниәттәге йыш индерелгән үҙгәрештәр үҙ-үҙен көйләүсе төҙөлөш ойошмаларына һәр ваҡыт ыңғай ғына тәьҫир итмәй. Шулай ҙа беҙ алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы үтәй алырбыҙ һәм Башҡортостан төҙөлөш индустрияһы үҫешендә әүҙем ҡатнашырбыҙ, тип ышанабыҙ.