11 декабрь, Йәкшәмбе

18 июнь 2010 йыл, 12:43

Өфөлә республиканың алдынғы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәрен хөрмәтләнеләр

автор: Әлфиә Әһлиуллина | фото: Олег Яровиков

Өфөлә республиканың алдынғы медицина хеҙмәткәрҙәрен хөрмәтләү тантанаһы үтте. Ҡала мәҙәниәт һарайында үткән был тантанала 500 самаһы кеше: врачтар, шәфҡәт туташтары, санитарҙар, фельдшерҙар, медицина хеҙмәте ветерандары ҡатнашты. Традиция буйынса һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамдары алдынан Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов, БР һаулыҡ һаҡлау министры Андрей Евсюков, башҡа профилле структуралар һәм ведомстволар етәкселәре ҡотланы.

Мортаза Рәхимов, республикала һаулыҡ һаҡлау социаль өлкәнең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора, тип билдәләне.

— Беҙҙә тармаҡты үҫтереү концепцияһы һәм оҙайлы ваҡытҡа программа ҡабул ителгән һәм тормошҡа ашырыла. Системаны финанслау күләмдәре йылдан-йыл арта. Былтыр ғына һаулыҡ һаҡлауға бүленгән сығымдар күләме 25 миллиард һумға яҡын тәшкил итте. Һуңғы биш йылда ул ике тапҡырҙан ашыуға артты. Бындай аҡсалата һалыуҙар йыл һайын беҙгә 40-50 һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөргә һәм реконструкцияларға, кәрәкле заманса ҡорамалдар һатып алырға булышлыҡ итә, — тине БР Президенты.

Һөнәри байрамдары алдынан Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов ҡулынан тағы 18 кеше БР Хөрмәт грамоталары, «БР-ҙың атҡаҙанған табибы», «БР-ҙың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» исемдәре бирелеү тураһында таныҡлыҡ һәм билдәләр алды.

Стәрлетамаҡ үҙәк район поликлиникаһының баш табибы Тәлғәт Бикмөхәмәтовҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы» тигән почетлы исем бирелде. Награданы ҡабул итеп, Тәлғәт Марат улы, киләсәктә лә Стәрлетамаҡ районы халҡының һаулығын һаҡлауға бөтә көсөмдө һаласаҡмын, тип белдерҙе.  

Медицина өлкәһендә 31 йыл эшләгән Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының тиҙ медицина ярҙамы өлкән табибы Людмила Хлесткина өсөн ул көндө икеләтә байрам булды, ул Башҡортостан Республикаһының Хөрмәт грамотаһы менән бүләкләнде.

Людмила Георгиевна, бөгөн Белореттың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләү өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған, тип айырып билдәләне:

— Беҙҙә балалар поликлиникаһы төҙөлә, яңы бала табыу йорто асылды, тиҙ медицина ярҙамы бүлексәһендә махсус машиналар эшләй — быларҙың барыһына ла БР Президенты, Хөкүмәтебеҙ ярҙамында өлгәшелде.

Хәйер, лайыҡлы наградаларҙы медицина хеҙмәткәрҙәре генә алманы. БР һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов та наградланды. Республика башлығы беренсе булып иҫтәлекле  «Алтын табип» статуэткаһына эйә булды — Башҡортостан медиктары йыл һайын үткәрелгән профессиональ конкурста еңеүселәрҙе дәртләндереү өсөн ошондай символ һайлаған. Был награда 25 кешегә тапшырылды.

Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө йыл һайын июндең өсөнсө йәкшәмбе көнөндә билдәләнә. Быйыл был байрам утыҙынсы тапҡырына үткәреләсәк.  

Башҡортостанда бөгөн 34 мең 780 койка дөйөм ҡеүәт менән 206 дауахана учреждениеһы иҫәпләнә. Республика һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 100 меңдән ашыу кеше эшләй, шуларҙың 15,7 меңе – юғары белемле табиптар һәм 42 мең урта медицина хеҙмәткәре.

темалар: һаулыҡ һаҡлау