Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә инглиз теле уҡытыусылары өсөн халыҡ-ара семинар үткәрелә

Йәмғиәт

18-19 июндә Өфөнөң Ф.Х.Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында республиканың төрлө әҙерлек кимәлендәге уҡыу йорттарында белем биргән инглиз теле уҡытыусыларының халыҡ-ара семинары үтәсәк. Уның темаһы: «Мәктәп уҡыусыларына инглиз телен уҡытыуҙа инновацион алымдар һәм юлдар». Инглиз телен уҡытыуҙа инновацион алымдар буйынса педагог-новатор (АҠШ) доктор Вивиан Лескес лекциялар уҡыясаҡ.

Семинарҙа ҡатнашыу бушлай. Лекцияларҙы тыңлаусыларға һөнәри квалификация күтәреү тараһында документ тапшырыласаҡ.

Теркәлеү Америка-башҡорт Интерколледжы ҡарамағындағы семинарҙы ойоштороу комитетында 272-03-95 телефоны буйынса алып барыла.  

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть