4 декабрь, Йәкшәмбе

18 июнь 2010 йыл, 12:08

Һабантуй матур үтте

автор: Сергей Захаров | фото: Лидия Янбекова

Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында «Һабантуй-2010» үтте.

Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йөҙәрләгән ҡунаҡты йыйған һабантуй халыҡты физкультура һәм спорт менән әүҙем шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, сәләмәтлеген нығытыу, балаларҙың ялын һәм буш ваҡытын файҙалы ойоштороу маҡсатында әҙерләнгән.

Ҡатнашыусылар һәр төрлө спорт төрҙәрендә, халыҡ уйындарында етеҙлеген, сослоғон, көсөн күрһәтте.    

Бар еңеүселәргә лә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Билбау менән көрәштә абсолют чемпион өфөлө Сергей Потанин бүләк сифатында тере һарыҡ алды.    

Район халҡы түҙемһеҙлек менән киләһе һабантуйҙы көтә.