Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Һыуҙа ла батабыҙ, утта ла янабыҙ

Йәмғиәт

Уҙған тәүлектә республикала 9 янғын булған, тип хәбәр итә БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте. Һәләк булыусылар, йәрәхәтләнеүселәр юҡ, әммә, үкенескә күрә, һыу менән бәйле ҡазаларға ҡарата был һүҙҙәрҙе ҡулланып булмай.

44 йәшлек ир Бәләбәй районының Өсән-Ивановка ауылы эргәһендәге быуала батҡан. Ул һыу инеү өсөн яраҡлаштырылмаған урында һыу инә һәм көтмәгәндә һыу төбөнә китә. Ваҡиға шаһиттары уны быуанан алып сыға, әммә ғүмерен һаҡлап ҡала алмай.

Шул уҡ Бәләбәй районында йәнә бер ғәҙәттән тыш хәл була. Анновка ауылы янында халыҡ һыу ятҡылығы буйында ял итә. Уйламағанда 10-се моделле "ВАЗ" тау түбәненә тәгәрәй. Танышы менән машина хужаһы ҡаршыһына сығып, уны туҡтатырға тырыша, ләкин автомобилде тотоп ҡала алмай. Һөҙөмтәлә икеһе лә йәрәхәтләнә һәм дауаханаға эләгә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть