4 декабрь, Йәкшәмбе

18 июнь 2010 йыл, 11:47

Республика халҡына - тиҙ хоҡуҡи ярҙам

автор: Анжелика Ғиззәтуллина

"Версия Башкортостана"  социаль-хоҡуҡи аҙналыҡтың “ҡыҙыу линияһына” шылтыратығыҙ — һәм һеҙгә мөхәрририәт ҡунаҡтары -  адвокаттар, прокурорҙар, һәр төрлө ведомство хеҙмәткәрҙәре кәңәштәре менән ярҙам итер. Шишәмбе, 22 июндә, тиҙ хоҡуҡи ярҙамын һеҙгә Өфө адвокаты Ринат Ишмөхәмәтов тәҡдим итә.

Был хеҙмәт бушлай күрһәтелә һәм мохтаждарҙың барыһы ла ҡуллана ала, бары (8-347) 272-79-16 номерҙарын йыйырға ғына кәрәк. Шылтыратыуҙар 15-00-дән 17-00-гә тиклем ҡабул ителә. Йәнә бер ҡабатлайбыҙ, был даими рубрика, граждандар менән әңгәмәләшеү айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбелә үткәрелә.  Үрҙә күрһәтелгән телефон номерына шылтыратып, квалификациялы юрисҡа ҡыҙыҡһындырған һорауығыҙҙы бирегеҙ!

«Ҡыҙыу линия»ға гражданлыҡ эштәре, шулай уҡ енәйәт эштәре менән бәйле бик күп һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр. Был ике сәғәт эсендә бирелгән барлыҡ һорауҙарға яуаптар "Версия Башкортостана" гәзитенең яҡын көндәрҙәге һандарында баҫылып сыға.

Киләһе "ҡыҙыу линия" 13 июлдә үтәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үҙ һорауыңды гәзиттең 15-се битенән ҡырҡып алынған купонға ла яҙып ебәрергә мөмкин – яуап “Һеҙҙең хоҡуҡ” рубрикаһында баҫылып сығасаҡ.

темалар: хоҡуҡ