Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Сәйәсәт

Был йәкшәмбе көнөндә илдә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре исеменә ҡотлау ебәрҙе. Унда, атап әйткәндә, шулай тиелә:

«Һеҙгә һәр кешенең төп байлығын – уның һаулығын һәм ғүмерен һаҡлау өсөн ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Һәм дауалау уңышы профессионализм менән генә түгел, һеҙгә хас юғары кешелеклелек менән дә билдәләнә. Һеҙҙең изгелегегеҙ һәм шәфҡәтлегегеҙ ауырыуға өмөт һәм көс бирә, сирен еңеп сығырға ярҙам итә.

Республикала һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү һәр ваҡыт социаль сәйәсәттең төп йүнәлештәренең береһе булды. Беҙҙә иң мөһим норматив хоҡуҡи документтар ҡабул ителгән. Халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙең мөһим проблемаларын хәл итергә ярҙам итеүсе киң маҡсатлы программалар ғәмәлдә. Был мәсьәләләр республика Советының күсмә ултырыштарында ентекле ҡарала.

Тармаҡтың финанс тәьмин ителеше йылдан-йыл үҫә. Яңы дауалау учреждениелары төҙөлә, булғандары ремонтлана, уларҙы заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу кимәле күтәрелә. Санатор-курорт системаһын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә.  

Һөҙөмтә булараҡ, халыҡтың һаулығын сағылдырыусы күрһәткестәр аҡрынлап яҡшыра, демографик хәл нормалләшә. Башҡортостан бөгөн илдең был өлкәлә имен параметрлы тәүге егерме төбәгенә инә.  

Һеҙгә эш һөйөүсәнлегегеҙ, оҫта ҡулдарығыҙ һәм изге йөрәгегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, халыҡтың һаулығын һаҡлау эшендә яңы ҡаҙаныштар, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә Рәсәй именлеге хаҡына уңышлы хеҙмәт теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть