9 декабрь, Йома

18 июнь 2010 йыл, 11:14

Математика буйынса берҙәм дәүләт имтиханын республикала 977 кеше тапшыра алмаған

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда 3,6 процент ҡатнашыусы йәки 977 кеше математика буйынса берҙәм дәүләт имтиханынан балдарҙың иң түбән күләмен йыя алманы. Рус теленән БДИ-ны уңышлы тапшырғандар математиканы 21 июндә ҡайтанан бирә ала.  

Быйыл 27214 уҡыусы математика буйынса имтихан биргән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был фән буйынса БДИ мотлаҡ һанала. Уның һөҙөмтәләре аттестат алыуға һәм һәр йүнәлештә юғары уҡыу йорттарына, урта һөнәри белем биреү йорттарына  уҡырға инеүгә йоғонто яһай. Мәғариф өлкәһен күҙәтеү менән билдәләнгән һуңғы сик – 21 балл.  

Математика буйынса БДИ һөҙөмтәләре менән киләшмәү тураһында апелляция 21 һәм 22 июндә 9 — 18 сәғәттәрҙә Башҡортостан республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты бинаһында (Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120) үтәсәк.

Апелляцияға ғаризалар үрҙә күрһәтелгән адрес буйынса вестибюлдә 18 июндә (9.00 -18.00 сәғәттәрҙә) 1АП формаһы буйынса йәки ошо уҡ форма буйынса apege@mail.ru электрон почтаһы аша ҡабул ителә.

Әйткәндәй, БР Мәғариф министрлығынан билдәләүҙәренсә, апелляция һөҙөмтәләре буйынса балдар иҫәбенең артыуы ла, кәмеүе лә ихтимал.  

темалар: мәғариф