3 декабрь, Шәмбе

18 июнь 2010 йыл, 13:34

Башҡортостанда иң аҙ продукттар тупланмаһы хаҡы 1988 һум тәшкил итте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда майҙа бер айға иҫәптә иң аҙ аҙыҡ-түлек продукттары тупланмаһы хаҡы 1988 һум 9 тин тәшкил итте. Был мәғлүмәттәрҙе Башҡортостанстат килтерә. Рәсәй буйынса уртаса был күрһәткес 2316 һум 80 тин тәшкил итә.

Аҙыҡ-түлек кәрзиненең иң юғары хаҡы Чукотка автономиялы округында – 6739,13 һум һәм Магадан өлкәһендә – 4061 һум. Стандартлы аҙыҡ-түлек тупланмаһы өсөн иң аҙ хаҡты Һарытау өлкәһендә йәшәүселәр түләгән – 1875 һум 41 тин.

Күршеләребеҙҙә был күрһәткес түбәндәгесә: Силәбе өлкәһендә – 2120,88 һум, Һамарҙа – 2252,8 һум, Ырымбурҙа – 1908,28 һум. Татарстанда минималь тупланма май айында 1889,76 һум тәшкил иткән.