4 декабрь, Йәкшәмбе

18 июнь 2010 йыл, 15:19

150 тонна нефть “ситкә аҡҡан”

автор: Ольга Мортазина

«Нефть» профилактик операцияһы һөҙөмтәһендә 30 енәйәт эше асылды, тип хәбәр итә БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. Операцияны БР буйынса Эске эштәр министрлығының иҡтисади енәйәтселеккә ҡаршы көрәш Идаралығы хеҙмәткәрҙәре үткәргән.  

Оперативниктар нефть өлкәһенә ҡараған предприятиеларҙың, ә улар республикала меңдән ашыу ойошма иҫәпләнә, ҡануниәтте үтәүен тикшергән. Әлеге ваҡытта тәфтишселәр асыҡланған енәйәттәрҙе тәфтишләй. Бында мутлашыу ҙа, урлашыу ҙа, вазифалы кешеләрҙең хоҡуғы менән саманан тыш файҙаланыу ҙа, үҙләштереү ҙә бар. Быларҙан тыш, операция барышында тиҫтәләгән енәйәтсел рәүештә торбаға тоташыу урыны асыҡланған. Алдан күҙаллауҙар буйынса, енәйәтселәр 2 миллион һумдан ашыу суммаға тиң 150 тоннанан ашыу нефтте ситкә ебәргән. Беҙҙең төбәктәге эре нефть предприятиеһының нефть үткәргес торбаһынан нефть продукттарын урлау менән шөғөлләнгән ойошҡан енәйәтселәр төркөмө ҡулға алынған. Ҡағиҙә булараҡ, яғыулыҡты улар артабан күмәртәләп йәки ваҡлап һатып алыусыларға оҙатҡан. Әле был факт буйынса тикшереү алып барыла.