3 декабрь, Шәмбе

18 июнь 2010 йыл, 10:15

Башҡортостан менән Ленинград өлкәһе хеҙмәттәшлеге өсөн бөтә тәүшарттар бар

автор: Михаил Сытин

БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендәге Башҡортостан рәсми делегацияһы XIV Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашты.  

Сәфәр сиктәрендә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев менән Ленинград өлкәһе губернаторы Валерий Сердюков Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ленинград өлкәһе Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

– Беҙҙә иҡтисадтағы, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, туризм, физик культура һәм спорт өлкәләрендәге үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу өсөн бөтә тәүшарттар бар, – тине Раил Сарбаев ҡул ҡуйыу тантанаһында.

Үҙ сиратында Валерий Сердюков, Башҡортостан менән Ленинград өлкәһен ике субъекттың да Рәсәй иҡтисадының доноры булыуы берләштерә, тип билдәләне – өлкәлә йыйылған һалымдарҙың 52 проценты федераль бюджетҡа йүнәлтелә.

Бынан тыш, ике төбәккә лә иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең даими үҫеше, ҙур инвестицион проекттарҙы һәм социаль-мәҙәни программаларҙы тормошҡа ашырыу, ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡ хас.

Төбәктәр араһында тауар әйләнеше 5 миллиард һумдан ашып китә. Республиканан Ленинград өлкәһенә производство-техник тәғәйенләнештәге тауарҙар сығарыла, ә Башҡортостанға индерелгән продукция структураһында халыҡ ҡулланыуы тауарҙары өҫтөнлөк итә.

Биш йылға төҙөлгән Килешеү ете бүлектән тора: мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хеҙмәттәшлектән сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыуға тиклем. Раил Сарбаев менән Валерий Сердюков субъекттар араһында хеҙмәттәшлектең төп этаптарын билдәләгән 2010-2012 йылдарға саралар планын раҫланы.  

Яҡтар, Санкт-Петербург ҡалаһындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы Вәкиллеге хәҙер Ленинград өлкәһендәге Башҡортостан Республикаһы төбәк вәкиллеге функцияларын да башҡарасаҡ, тип килеште.