6 декабрь, Шишәмбе

18 июнь 2010 йыл, 8:51

Мортаза Рәхимов Тәлғәт Тажетдинде ҡотланы

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза РәхимовТажетдин хәҙрәтте Юғары мөфтөй һәм Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе вазифаһына һайланыуының 30 йыллығы менән ҡотланы. Ҡотлауында Мортаза Рәхимов быны республиканың ғына түгел, бөтә Рәсәйҙең рухи һәм йәмәғәт тормошондағы мөһим ваҡиға тип атаны.

“Оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеү осоронда Һеҙ илебеҙҙә һәм унан ситтә барлыҡ иманлы мосолмандарҙың һөйөүен һәм ихтирамын яуланығыҙ. Һеҙҙең дәүләт органдары, йәмәғәт ойошмалары, башҡа конфессиялар вәкилдәре менән үҙ-ара ихлас мөнәсәбәтегеҙ Башҡортостанда, Рәсәйҙә һәм мосолман өммәте вәкилдәре йәшәгән башҡа илдәрҙә тотороҡло ижтимағи-сәйәси хәлде һаҡлап ҡалыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Бөгөн мосолман руханиҙары йәмғиәттең милли яңырыуына, төбәк өсөн традицион конфессиялар араһында дуҫлыҡты нығытыуға әүҙем булышлыҡ итеп, юғары социаль яуаплылыҡ өлгөһөнә әүерелә. Дини ойошмаларҙың абруйы арта һәм нығый, яңы мәсеттәр төҙөү дауам итә, дин әһелдәренең лайыҡлы кадрҙары әҙерләнә. Беҙ рухһыҙлыҡҡа, енәйәтселеккә, наркоманияға ҡаршы йүнәлтелгән, социаль именлекте һәм кешеләрҙең рухи яҡланғанлығын үҫтереүгә һалынған тырыш хеҙмәтегеҙҙе юғары баһалайбыҙ.

Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ һәм бәхет, ватан хаҡына күп яҡлы фиҙаҡәр эшмәкәрлегегеҙҙә яңы ҡаҙаныштар теләйем”, — тиелә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың ҡотлауында.