Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Зәлифә» һабантуйҙа йырлаясаҡ

Йәмғиәт

Шәмбе көндө Өфөнөң Орджоникидзе районындағы Иҫке Турбаслы ауылында һабантуй үткәреү планлаштырыла. «Башинформ» агентлығына район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрамда Ҡала мәҙәниәт һарайының, Орджоникидзе районы Мәҙәниәт һәм халыҡ ижады үҙәгенең ижади коллективтары һәм артистары сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ ҡунаҡтар Турбаслының «Зәлифә» вокаль ансамбле йырлауын тыңлай аласаҡ.

Һабантуй сиктәрендә иң яҡшы милли аш-һыуға конкурс, милли көрәш, сатраш, волейбол буйынса турнирҙар үткәреү ҡаралған. Шулай уҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға арналған викторина ойоштороласаҡ. Һабантуй байрам дискотекаһы менән тамамлана.

Байрам иртәнге 11 сәғәт 30 минутта башлана.

Теги: һабантуй
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть