7 декабрь, Шаршамбы

17 июнь 2010 йыл, 17:28

Сит телдәр буйынса берҙәм дәүләт имтиханын 35 кеше тапшыра алманы

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда сит телдәр буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыусыларҙан 35-е иң кәм 20 балл сиген үтә алманы. Был турала БР Мәғариф министрлығының белем сифатына контроль һәм БДИ бүлеге начальнигы урынбаҫары Әлмира Ғәниева хәбәр итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, 4 июндә сит телдәр буйынса Берҙәм дәүләт имтиханында бөтәһе 1213 кеше ҡатнашты. Инглиз телен – 1150 бала, немец телен – 54, француз телен туғыҙ бала тапшырҙы.

БР буйынса уртаса балл инглиз теле буйынса — 59,11, немец теленән — 41,02, француз теленән 43,11 тәшкил итте.

— Инглиз теле буйынса минималь сикте – 31 кеше (имтиханда ҡатнашыусыларҙың 2,8 проценты), немец теленән дүрт кеше (6,1 проценты) үтә алманы, француз теленән заданиеларҙы барыһы ла үтәне, — тине Әлмира Альберт ҡыҙы. — Бынан тыш, бер уҡыусы инглиз теленән БДИ-ны 100 балға тапшырҙы. Был Өфөнөң 39-сы гимназияһы уҡыусыһы.

темалар: мәғариф