11 декабрь, Йәкшәмбе

17 июнь 2010 йыл, 17:25

Башҡортостандың Милли музейы Иран биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһен тәҡдим итә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Ирандың биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе асылды. Ул Иран Ислам Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Мәҙәни вәкиллеге менән берлектә ойошторолған һәм Иран Ислам Республикаһының Мәҙәни вәкиллеге башлығы Абуз Торкоман Ибраһиминың Башҡортостанға килеүенә тап килтерелгән.  

БР Милли музейының күргәҙмәләр бүлеге мөдире Алһыу Мөфтәхова әйтеүенсә, Иран экспозицияһына боронғо технологиялар һәм традицияларға нигеҙләнеп, ошо арала ҡулдан эшләнгән биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре – ваза һәм батмустар, самауыр – чжом, төрлө биҙәктәр төшөрөлгән табаҡтар, шулай уҡ боронғо туҡыусылыҡ өлгөләре, Ҡөрьәнде ҡуйыуға аҫ, китаптар ингән.  

Ғәрәп теле каллиграфияһының төрлө өлгөләре тупланған Ҡөрьән — күргәҙмәләге иң ҡиммәтле экспонаттарҙың береһе.

Фарсы сәнғәт мәктәбе традицияларында тәрбиәләнгән хәҙерге Иран рәссамы Мәхмүд Фаршчияндың картиналары экспозицияла айырым урын алып тора. Автор Иран һынлы сәнғәте үҫешенә үҙенең өлөшөн индергән — уның һынландырыу, тасуирлау мөмкинлектәрен киңәйткән, эстәлеген байытҡан.

Рәссамдың эштәре Алжир, Вашингтон, Вена, Карачи, Киев, Милан, Мюнхен, Нью-Йорк, Париж, Рим, Истанбул, Тегеран, Флоренция һәм башҡа ҡалаларҙа бер нисә тапҡыр күрһәтелгән.

Мәхмүд Фаршчиян әҫәрҙәре Бөйөк Британия королеваһы Елизавета II, Нидерландтар королеваһы Юлиана, Япония императоры Акихито коллекцияларында, шулай уҡ билдәле художество музейҙарында һәм шәхси коллекционерҙарҙа һаҡлана.