11 декабрь, Йәкшәмбе

17 июнь 2010 йыл, 17:55

Стәрлетамаҡ районында машина менән һауыу оҫталары республика конкурсы үтә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Стәрлетамаҡ районында бөгөн машина менән һауыу оҫталарының республика конкурсы башланды. Унда Башҡортостандың 50-ләп иң яҡшы белгесе ҡатнаша. Сараны үткәреү тәртибендә һыйырҙарҙы машина менән һауыу һәм сифатын билдәләү өсөн һөт өлгөләрен лабораторияға тапшырыу ҡарала. Шулай уҡ һауыу аппараттарын һүтеү һәм йыйыу буйынса ярышасаҡтар. Ярыштар өс номинация буйынса үтәсәк: беренсеһе – 30 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар; икенсеһе – 30 йәштән 45 йәшкә тиклем; өсөнсөһө – 45 йәштән өлкәнерәктәр.

Конкурста ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко тәбрикләне.

— Был конкурсҡа машина менән һауыу оҫталарының район ярыштарында еңеүселәр йыйылған, – тине ул. – Республика етәкселеге ярҙамы арҡаһында беҙҙә малсылыҡ тармағы әүҙем үҫешә. Былтыр республика буйынса уртаса һауым элгәре йыл менән сағыштырғанда 5 процентҡа артты. Бөгөн конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһының да үҙ ғәмәли һәм теоретик белемен күрһәтеү, коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге бар.

Ярыш флагын тантаналы күтәреү һәм бының менән машина менән һауыу оҫталары конкурсын асыу хоҡуғы былтырғы бәйге еңеүсеһе Надежда Кирилловаға бирелде.

Конкурс ике көн дауам итәсәк. Еңеүселәр приздар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградланасаҡ.