Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Йыл һайын Башҡортостанда 330 самаһы коммерция булмаған ойошма төҙөлә

Йәмғиәт

Рәсәй Юстиция министрлығының БР буйынса Идаралығы мәғлүмәте буйынса, йыл һайын төбәктә 330 самаһы коммерция булмаған ойошма төҙөлә. Бер йыл элек республикала улар 4376 ине, әлеге ваҡытта бындай ойошмалар иҫәбе 4505-кә еткән. Шуларҙың иң күбе — 2415(53,6%) – йәмәғәт ойошмалары, 833 (18,5%) — дини ойошмалар һәм 1257 (27,9%)- башҡа төрлө коммерцияға ҡарамаған ойошмалар.

Ҡануниәт талаптарына ярашлы, коммерция булмаған ойошмалар йыл һайын үҙенең эшмәкәрлеге тураһында иҫәп-хисап бирергә тейеш.

2010 йылдың 15 апреленә ҡарата Рәсәй Юстиция министрлығының БР буйынса Идаралығына 1325 йәки 29,7 % коммерцияға ҡарамаған ойошма отчет тапшырған. Уларға яһалған анализдан күренеүенсә, дини ойошмалар элеккесә закондарҙы иң теүәл үтәүсе булып ҡала.

Шул уҡ ваҡытта бар ойошмалар ҙа йөкләмәһен ваҡытында үтәргә тырышмай. Бындай «бурыслыларға» Идаралыҡ иҫкәртеү ебәреү, административ яуаплылыҡҡа тарттырыу, суд тәртибендә ойошманы ябыу кеүек административ санкциялар ҡуллана ала.

Рәсәй Юстиция министрлығының БР буйынса Идаралығы мәғлүмәте буйынса, бөгөнгө көндә үҙенең эшмәкәрлеге тураһында ике йәки унан да күберәк тапҡыр мәғлүмәт бирмәгән 1,5 мең ойошманы ябыу тураһында дәғүә белдереүгә нигеҙ бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть