5 декабрь, Дүшәмбе

17 июнь 2010 йыл, 16:13

Башҡортостан һәм Ленинград өлкәһе киләсәккә нигеҙ һала

автор: Юлай Мәғсүмов

Санкт-Петербургта бөгөн, 17 июндә, XIV Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы эшләй башланы.  Ул донъяның төп сәйәсмәндәрен һәм бизнесмендарын берләштерә, улар Рәсәй, үҫешеүсе баҙарҙар һәм донъя берләшмәһе алдында торған төп проблемаларҙы билдәләү һәм тикшереү, дөйөм маҡсатты эҙләүгә һәм хәл итеү варианттарын табыуға кәрәкле көстәр йәлеп итеү өсөн осраша. Форумдың төп майҙансығы булып «Ленэкспо» күргәҙмә комплексы павильондары торасаҡ.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендәге Башкортостан делегацияһы ла ҡатнаша.

Санкт-Петербургка сәфәр сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ленинград өлкәһе Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы – Рәсәйҙең һәм БДБ илдәренең йыл һайын үткәрелеп килгән төп иҡтисади саммиты. Уны «Русский Давос» тип тә атайҙар. Ойоштороусыһы булып Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы тора. Беренсе форум 1997 йылда үткәрелгәйне.

Быйылғы форум «Киләсәк өсөн нигеҙ һалып» девизы аҫтында үтә. Форум пленар ултырыштар, түңәрәк өҫтәлдәр, эшлекле осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр формаһында ойошторолған. Быйыл форумға 2300-ҙән ашыу ҡатнашыусы килгән, улар иҫәбендә 50-нән ашыу сит ил делегацияһы.