7 декабрь, Шаршамбы

17 июнь 2010 йыл, 16:09

Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы – ышаныслы тәьмин итеүсе

автор: Әнисә Абдуллина

2010 йылдың беренсе кварталында сеймал менән тәьмин итеүселәрҙең эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса «Нижнекамскшина» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Татарстан) — Стәрлетамаҡ нефтехимия заводының күптәнге партнеры — Башҡортостан предприятиеһына «ышаныслы» категорияһын биргән, тип хәбәр итә «Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте.

СКС-30 АРКМ-15, СКС-30 АРКМ-27, СКС-30 АРК маркаһындағы синтетик каучуктар күрһәтелгән спецификацияларға һәм техник шарттарға тулыһынса тап килә. Баһалау халыҡ-ара сифат менеджменты системаһы сиктәрендә сеймал ташыуҙы ойоштороу, перспективалылыҡ һәм сеймал менән тәьмин итеүсенең лояллек дәрәжәһе буйынса үткәрелгән.

Предприятие етәксеһе Алексей Изотов әйтеүенсә, сифат — компания менән төп корпоратив өҫтөнлөктәр иҫәбенә индерелгән, йәмғиәт үҫешен билдәләүсе факторҙарҙың береһе.