
Өфө сатрашсылары "Воронеж-2010" халыҡ-ара сатраш фестивалендә
Өфө сатрашсылары "Воронеж-2010" XIV халыҡ-ара сатраш фестивалендә ҡатнаша. Тиҙ уйналыусы сатраш буйынса турнирҙа гроссмейстер Денис Хисмәтуллин һәм халыҡ-ара мастер Евгений Калегин бишәр ярым мәрәй йыйҙы һәм 18-се — 31-се урындарҙы бүлешкән сатрашсылар иҫәбенә инде.
Швейцар системаһы буйынса туғыҙ турҙа үткән төп турнир (мастер-оупен, Рәсәй кубогы этабы) Рәсәй, Германия һәм БДБ илдәренән 103 ҡатнашыусыны йыйҙы, улар араһында 30 халыҡ-ара гроссмейстер бар. Бишенсе турҙан һуң дүрт мәрәй менән Денис Хисмәтуллин турнир таблицаһының бишенсе баҫҡысында. Евгений Калегин ике ярым мәрәй йыйған һәм әлегә 62-се урын биләй.
133 сатрашсы сығыш яһаған ФИДЕ-оупен турнирында спорт мастерлығына кандидат Владислав Төхвәтуллин, ул әлегә дүрт мәрәй туплаған, һәм беренсе разрядлы Кәрим Ҡәйүмов уйнай— уның иҫәбендә бер ярым мәрәй. Фестиваль 21 июндә тамамлана.






