7 декабрь, Шаршамбы

17 июнь 2010 йыл, 14:53

Болгария Республикаһының Башҡортостанға сауҙа-иҡтисади миссияһы сәфәре

автор: Ғәлиә Нәбиева

29 июндә БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығының конференциялар залында Болгария Республикаһы компанияларын презентациялау үткәрелә.

Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, Болгария бизнесмендары Башҡортостандан коллегаларын үҙ иленең иҡтисады менән таныштырасаҡ, туризм, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, энергияны һаҡлау технологиялары, игенселек, ҡунаҡхана бизнесы һәм күсемһеҙ милек баҙарында эшмәкәрлек өлкәләрендәге предприятиеларҙы презентациялаясаҡ.

Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән Болгария-Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы араһында эшлекле миссия ваҡытында сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә йүнәлтелгән хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ.  

Эшлекле форумда һәм һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашыуға ҡыҙыҡһынған кешеләрҙең барыһы ла – предприятиелар, компаниялар вәкилдәре, эшҡыуарҙар саҡырыла.

Ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса (347) 276-30-36, 276-20-82 телефоны аша мөрәжәғәт итергә.