9 декабрь, Йома

17 июнь 2010 йыл, 12:07

Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарҙы Израилгә уҡыуға саҡыралар

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарының бәләкәй бизнес мәсьәләләре һәм интернет-технологиялар буйынса Израилгә ике аҙналыҡ уҡыуға барып ҡайтыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.  

«МАШАВ» Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек үҙәге быйыл 2 августан 19-ына тиклем Израилдә рус телендә үтәсәк “Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар һәм мәғлүмәт, коммуникация технологиялары” халыҡ-ара семинарына саҡыра.  

Ойошманың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, семинар бәләкәй бизнесты яҡлау һәм үҫтереү менән шөғөлләнеүсе, бәләкәй предприятиелар менән идара итеүсе, менеджмент, маркетинг, уҡытыу һәм күҙәтеүҙә махсуслашыусы, эшҡыуарлыҡ өлкәһенә ҡараған фәнни-производство берекмәләрендә, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаларында, дәүләт институттарында һәм агентлыҡтарында эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнә.

Кандидаттарҙың ижтимағи фәндәрҙә, иҡтисадта, бизнес, производство менән идара итеүҙә һәм башҡа өлкәләрҙә ярашлы белеме, шулай уҡ был өлкәлә кәмендә биш йыл профессиональ эш тәжрибәһе булырға тейеш.  

Уҡыу программаһы түбәндәге темаларҙы индерә: «Мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге өсөн яңы мөмкинлектәр», «Интернет мәғлүмәт сығанағы булараҡ», «Бизнесты алға ебәреү һәм бизнес-бәйләнештәрҙе киңәйтеү ҡоралы булараҡ социаль селтәрҙәр», «Ҡатын-ҡыҙҙар һәм «гендер упҡыны», ҡатын-ҡыҙҙарҙың мөмкинлектәрен киңәйтеү», «Бәләкәй бизнес һәм донъя баҙары», «Эшлекле даирәләрҙә ҡатын-ҡыҙҙар», «Бәләкәй предприятиелар өсөн ярҙам стратегиялары – бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүҙең Израиль тәжрибәһен өйрәнеү», «Мәғлүмәт һәм коммуникация технологияларын ауыл туризмында ҡулланыу». Уҡытыу аҙағында эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар  финал проектын әҙерләргә тейеш.

Йәшәүгә һәм туҡланыуға сығымдарҙы Израиль яғы үҙенә ала. Семинарҙа ҡатнашыусылар Израилгә барыу һәм кире ҡайтыуға юл хаҡын һәм шәхси сығымдарын түләй. Заявкаларҙы һәм бөтә кәрәкле материалдарҙы 15 июлдән дә һуңға ҡалмайынса mashav-moscow@mail.ru электрон почтаһы буйынса ебәрергә кәрәк. Төркөм 26-30 кешенән төҙөлә.

Элек «МАШАВ» Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек үҙәге программаһы буйынса уҡыуҙа республикабыҙ вәкиле – БР Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьмина булып ҡайтҡайны.