10 декабрь, Шәмбе

17 июнь 2010 йыл, 11:08

Өфөнән Санкт-Петербургка тура рейс

автор: Любовь Колоколова

Июнь башынан алып Өфөнән пассажирҙар Санкт-Петербургка тура, поездан поезға күсеп йөрөмәйенсә, барып етеү мөмкинлеге алды.  

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе матбуғат секретары хәбәр итеүенсә, «Өфө – Һамар – Санкт-Петербург» маршруты буйынса яңы купе вагоны тәғәйенләнде. Өфөнән Һамарға тиклем вагон 83-сө «Караганда – Мәскәү» транзит поезы менән бара. Һуңынан уны 107/108-се «Һамар» фирма поезына тағалар. Санкт-Петербургтан кире юлда Һамарҙан Өфөгә тиклем вагон 60-сы «Кисловодск – Новокузнецк» поезы менән килә.

Йәйге миҙгелдә төньяҡ баш ҡалаға яңы вагон таҡ һанлы көндәрҙә 29 октябргә тиклем йөрөйәсәк. Шулай итеп, Башҡортостан халҡының үҙ мәҙәни, тарихи һәм архитектура ҡомартҡылары менән Невалағы данлыҡлы ҡалаға мәшәҡәтһеҙ барып ҡайтыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.