9 декабрь, Йома

17 июнь 2010 йыл, 10:46

Белметкомбинат - 2009 йылдағы иң яҡшы Рәсәй экспортеры

автор: "Башинформ"

Белорет металлургия комбинаты төбәктә иң эре экспортер булыуын йәнә бер иҫбатланы. «Иң яҡшы Рәсәй экспортеры» конкурсы Рәсәйҙә экспорт үҫешенә дәүләт ярҙамы программаһы сиктәрендә РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән үткәрелде. Еңеүселәр предприятиеларҙың экспорт буйынса биргән тупланма иҫәп-хисап күрһәткестәренә ҡарап билдәләнде. Мәскәүҙә 1 июлдә үтәсәк еңеүселәрҙе наградлау тантанаһында «БМК» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре лә ҡатнашасаҡ.

БМК өсөн эске баҙарҙың өҫтөнлөклө булыуына ҡарамаҫтан, предприятиеның экспортҡа сығарған тауары һатыу структураһында элеккесә ярайһы ҙур өлөш алып тора. 2009 йылда, мәҫәлән, Белорет металлургия комбинатының металл продукцияһының дөйөм күләменән 47 проценты экспорт өлөшөнә тура килгән, йәғни экспортҡа сығарылған тауар 300 мең самаһы тонна тәшкил иткән. Экспортҡа һатыуҙа төп урынды катанка (тимер сыбыҡ, сым һәм башҡалар етештереү өсөн әҙерләнгән металл) алып тора.

Белорет металлургия комбинаты етештергән продукция экспорт баҙарында бар параметрҙар буйынса конкурент һәләтле булып ҡала. Предприятиеның «Иң яҡшы Рәсәй экспортеры» һәм «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы экспортеры» булараҡ бер нисә тапҡыр билдәләнеүе лә осраҡлы түгел. Төҙөлөш, тау сеймалын табыу, нефть, газ, автомобилдәр эшләү, мебель һәм металлургия сәнәғәте БМК продукцияһын файҙаланыусы төп тармаҡтарҙан иҫәпләнә.