6 декабрь, Шишәмбе

17 июнь 2010 йыл, 10:38

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 26-сы ултырышы

автор: Николай Ермоленко

Өфөлә, БР Дәүләт Йыйылышы йортонда, Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 26-сы ултырышы башланды. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары, БР Хөкүмәте ағзалары ҡатнаша. Ултырышта шулай уҡ территориаль федераль ведомстволар органдары, республика башҡарма власть органдары етәкселәре, Президент Хакимиәте, Дәүләт Йыйылышы Секретариаты һәм республика Хөкүмәте Аппаратының яуаплы хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан Республикаһы суд, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.

Депутаттар ҡабул иткән көн тәртибендә 39 мәсьәлә, шул иҫәптән 30 республика закон проекты, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың «Рәсәй Федерацияһында сауҙа эшмәкәрлеген дәүләт көйләүе нигеҙҙәре тураһында» Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында” Федераль закон проектын Дәүләт Думаһына индереү буйынса закон сығарыу инициативаһы, айырым суд участкалары мировой судьялары вазифаһына һайлау, БР Контроль-иҫәп палатаһы составына үҙгәрештәр индереү.