5 декабрь, Дүшәмбе

17 июнь 2010 йыл, 10:09

ӨМЭПБ-ла бөтә Рәсәй йәш токарҙар конкурсы үтә

автор: Любовь Колоколова

17-18 июндә «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә Рәсәй авиация сәнәғәте предприятиеларында эшләгән йәш токарҙарҙың IV йыл һайын үткәрелеүсе һөнәри оҫталыҡ конкурсы үтә.

Конкурста «Иркут» фәнни-производство корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Сатурн» фәнни-производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Инкар» Пермь агрегат берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Ҡазан моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм башҡа предприятиеларҙан белгестәр ҡатнашасаҡ. «Өфө моторҙар эшләү производсто берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Мотор» фәнни-производство предприятиеһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы, «Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе» федераль дәүләт унитар предприятиеһы, «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы, «Өфө «Молния» фәнни-производство предприятиеһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы, «Өфө агрегат производство берекмәһе» ФДУП-ы һәм «Күмертау авиация производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте токарҙары Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. 35 йәшкә тиклемге 30 кеше иң яҡшы белгес исеменә дәғүә итәсәк.

ӨМЭПБ-ның йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ярыштар ике бүлектән тора. Беренсе өлөшө конкурсанттарҙың теоретик әҙерлеген баһалауҙы күҙаллай. Уларға металдарҙы белеүгә, механик эшкәртеү, стандартизация, хеҙмәт һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы, Хеҙмәт кодексы һәм башҡалар буйынса һорауҙар тәҡдим ителәсәк. Практик эш һыҙма буйынса деталь эшләү менән бәйле буласаҡ.  

Аҙаҡтан йола буйынса  конкурсҡа тантаналы йомғаҡ яһаласаҡ. Еңеүселәр тейешле наградаларын аласаҡ.