6 декабрь, Шишәмбе

17 июнь 2010 йыл, 9:42

Раил Сарбаев етәкселегендәге делегация Петербург иҡтисад форумында ҡатнашасаҡ

автор: Михаил Сытин

БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы бөгөн, 17 июндә, асыласаҡ XIV Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашасаҡ.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы – Рәсәйҙең йыл һайын үткәрелгән төп иҡтисади саммиты. Форум пленар ултырыштар, түңәрәк өҫтәлдәр, эшлекле осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр формаһында үтә, уларҙа донъяның төп иҡтисадсылары һәм сәйәси эшмәкәрҙәре, бизнесмендар, эксперттар, ғалимдар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.  

Форум программаһының төп тематикаһына – «Киләсәк өсөн нигеҙ һалып» – ярашлы, өс төп тема билдәләнде: «Донъя иҡтисады – иҡтисадты аяҡҡа баҫтырыуҙың киләһе этабы менән идара итеү», «Рәсәй – бөгөн һәм иртәгә – ил иҡтисады киләсәге һәм донъя аренаһында уның роле» һәм «Киләсәккә ҡараш – бизнеста инновацион фекерләү тәрбиәләү».

Санкт-Петербургка сәфәр сиктәрендә Башкортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ленинград өлкәһе Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйырға планлаштырыла.