Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

"Ғәскәровсылар" Мәскәүҙә Людмила Зыкина иҫтәлегенә концертта ҡатнашасаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә СССР-ҙың халыҡ артисы Людмила Зыкина иҫтәлегенә арналған концерт программаһында ҡатнашасаҡ.  

СССР-ҙың халыҡ артисы Людмила Зыкинаның тыуған көнөнә һәм үлеүенә бер йыл тулыуға арналған "Бөйөк йырсы иҫтәлегенә" концерты бөгөн, 16 июндә, Crocus City Hall сәхнәһендә үтәсәк. Унда артистың дуҫтары һәм ғүмер буйына бергә эшләгән коллективтары ҡатнашасаҡ. Улар араһында Иосиф Кобзон, Александра Пахмутова һәм Николай Добронравов, Людмила Гурченко, Лев Лещенко, Лариса Долина, Валерия, Олег Газманов, Тамара Гвердцители, Николай Расторгуев, Лолита, Надежда Бабкина, "Русская песня", "Бурановские бабушки" коллективтары, Надежда Кадышева һәм "Золотое кольцо", Пятницкий исемендәге хор, Моисеев исемендәге ансамбль, Александров исемендәге ансамбль, Кубань казактар хоры, "Березка" ансамбле, "Русь" ансамбле, "Самоцветы" вокаль-инструменталь ансамбле, "Чайф" төркөмө һәм башҡалар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Людмила Зыкина былтыр 1 июлдә — 80 йәшлек юбилейын байрам иткәндән һуң күп тормай вафат булғайны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть