4 декабрь, Йәкшәмбе

16 июнь 2010 йыл, 15:59

Өфөлә Башҡортостан Төҙөүселәр союзының дөйөм йыйылышы үткәрелә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Иртәгә, 17 июндә, Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Төҙөүселәр союзы ағзаларының дөйөм йыйылышы үткәрелә. Унда дисциплинар йоғонто, эшкә рөхсәт биреү, 2009 йыл өсөн бухгалтерия отчеты һәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ.

БР Төҙөүселәр союзының башҡарыусы директоры Виктор Коротундың һүҙҙәренә ҡарағанда, йыйылышта айырыуса хәүефле объекттарға ҡағылған үҙ-үҙен көйләүсе ойошма талаптары раҫланасаҡ. Виктор Иванович БР Төҙөүселәр союзына тағы дүрт компания ҡабул ителәсәге хаҡында хәбәр итте. Бөгөн унда 370 ойошма иҫәпләнә.  

Республика союзы Рәсәй Төҙөүселәр союзы составына инә, 80 төбәк бүлексәһе уның ағзалары булып тора. Ағзаларының иҫәбе буйынса Башҡортостан ойошмаһы Рәсәйҙә тәүге биш төбәк союзына инә. Уның эшмәкәрлеген республика етәкселеге ыңғай баһалай. Башҡортостан Республикаһы Президенты һәм БР Хөкүмәте йыл һайын төҙөлөш тармағының 120-нән ашыу ағзаһын БР дәүләт наградалары менән бүләкләй, уларға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» тигән почетлы исемдәр бирелә. БР Төҙөүселәр союзына илдең башҡа төбәктәренән төҙөүселәр ойошмалары вәкилдәре инеүе Союздың абруйын тағы ла күтәрә.