4 декабрь, Йәкшәмбе

16 июнь 2010 йыл, 15:26

Раил Сарбаев Moody’s Investors рейтинг агентлығы вәкилдәре менән осрашты

автор: Михаил Сытин

Төбәк иҡтисадының кредит түләүгә һәләтлелеге һәм республиканың инвестицион үҫеш перспективалары бөгөн Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Раил Сарбаев менән Moody’s Investors Service Inc компанияһының баш аналитигы, вице-президент Александр Прокловтың эш осрашыуында тикшерелде .

Иң абруйлы рейтинг агентлығының береһе Moody’s Investors Service Inc аналитиктары Башҡортостанға төбәктәге социаль-иҡтисади хәлде билдәләү, хәүефтәрҙе анализлау өсөн материалдар йыйыу һәм аналитик тикшереүҙәр үткәреү өсөн килгән. Тәүге тапҡыр Башҡортостанға кредит рейтингы 2001 йылдың апрелендә билдәләнгән һәм ул даими раҫланып торған. Ун йыл хеҙмәттәшлек итеү дәүерендә агентлыҡ республиканың кредит рейтингын өс тапҡыр күтәрҙе.  

Уҙған йылда агентлыҡ аналитиктары Башҡортостандың юғары кредит рейтингын һәм республика иҡтисады үҫеше тотороҡлоғон раҫланы — Ba1, тотороҡло, һәм был финанс көрсөгө арҡаһында ҡайһы бер илдәрҙең кредит рейтингы кәметелгән, ә бер нисә Рәсәй Федерацияһы субъектының рейтингын күҙаллау “кире”гә үҙгәртелгән осраҡта.

Әлеге визиттары дауамында агентлыҡ белгестәренә төбәк иҡтисадының төп блоктары – Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеше, мөлкәт комплексы менән идара итеү, бюджет һәм бурыс сәйәсәтен үтәү буйынса тулы мәғлүмәт бирелгән. Бер нисә ай эсендә Moody’s аналитиктарына материалдарҙы анализлап, төбәк иҡтисады торошо хаҡында ентекле иҫәп-хисап әҙерләргә тура киләсәк.  

Осрашыуҙа БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – финанс министры  Айрат Ғәскәров та ҡатнашты.