Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Хор сәнғәте оҫталарын «Ағиҙел йондоҙҙары» фестивалендә көтәләр

Йәмғиәт

Ике йылға бер тапҡыр Белорет ҡалаһында «Ағиҙел йондоҙҙары» республика хор сәнғәте фестивале-конкурсы үтә. Уны Башҡортостан республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Белорет районы хакимиәте ойоштора. Фестивалдә Башҡортостандың иң яҡшы хор коллективтары билдәләнә.

Быйыл фестиваль бишенсе тапҡыр үтә, ҡунаҡтарҙы Белоретта 24-26 июндә көтәләр.

Фестиваль-конкурста теләге булған һәр вокаль, фольклор йәки хор ансамбле ҡатнаша ала. Бының өсөн коллективтарға рус һәм сит ил композиторҙарының биш-һигеҙ әҫәренән торған (шуларҙың икәүһе – а капелла) ҙур булмаған программа әҙерләргә тәҡдим ителә.  Шулай уҡ эшкәртелгән халыҡ йырҙарын һәм башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрен башҡарыу мотлаҡ.

Ҡатнашыусылар сығышын составына вокал, фольклор, сәхнә костюмы һәм хореография буйынса квалификациялы белгестәр ингән жюри баһалаясаҡ.

«Ағиҙел йондоҙҙары» фестиваль-конкурсы республикала хор һәм вокал башҡарыу сәнғәте традицияларын һаҡлау, үҫтереү һәм пропагандалау, халыҡ, классик һәм заманса хор музыкаһын өйрәнеү һәм пропагандалау, хор коллективтары репертуарын байытыу кеүек мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә.

Фестиваль-конкурс хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге телефондарға шылтыратып белешергә мөмкин: (347) 272-53-25 (Маргарита Мансурова) һәм (34792) 3-42-00, 3-06-35, 5-24-84 (Зәлифә Әғләмова).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть