Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфө медиктары ҡала Советынан наградалар алды

Йәмғиәт

Бөгөн баш ҡала хакимиәтендә Өфө ҡала Советының Маҡтау грамоталары менән наградлау тантанаһы үтте. Наградаларҙы ҡала Советы рәйесе урынбаҫары Салауат Ҡыуатов тапшырҙы.

— Бөгөн беҙҙең күбеһенсә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләүебеҙ осраҡлы түгел, — тине ул. – Сөнки был наградлау һөнәри байрам – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан үтә, уны илебеҙ медиктары быйыл 20 июндә билдәләйәсәк.  

Дөйөм алғанда Маҡтау грамоталарын бөгөн 27 кеше, Өфөнөң медучреждениелары табиптары һәм шәфҡәт туташтары, алды. Ҡайһы берҙәре, әйтергә кәрәк, тиҫтәләгән йылдар дауамында ҡала халҡының сәләмәтлеге һағында ғына тормаған, Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан һәм ул ваҡытта бихисап яугирҙарҙың ғүмерен ҡотҡарған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть