Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлөләрҙең уртаса эш хаҡы 20 600 һумға етте

Иҡтисад

Өфөлә уртаса эш хаҡы уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда һиҙелерлек артты. Яңыраҡ ул 20 меңлек кәртәне үтте һәм бөгөн 20 600 һум самаһы тәшкил итә. Был турала Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, ҡалала йәнә эш хаҡын түләү менән бәйле хәлдәр ҙә тотороҡланған. Әлеге ваҡытта ҡала предприятиелары һәм ойошмаларының хеҙмәткәрҙәре алдында бурысы юҡ тиерлек, ә эш хаҡының тотҡарланыуы һирәк күренеш.  

Павел Качкаев билдәләүенсә, хеҙмәт баҙарында дөйөм алғанда ыңғай динамика күҙәтелә. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың май айында эшһеҙлек кимәле уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 10 процентҡа кәмегән,  ә хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлек коэффициенты бер проценттан да түбәнерәк.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть