9 декабрь, Йома

16 июнь 2010 йыл, 12:33

ӨМЭПБ-ның сифат менеджменты системаһы стандарт талаптарына яуап бирә

автор: Любовь Колоколова

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә предприятиеның сифат менеджменты системаһы буйынса норматив документтары стандарт талаптарына ярашлылыҡҡа тикшереү үтте.

Предприятиела аудитты Ҡорамал һәм хәрби техниканы һынау һәм сертификациялау институтының директор урынбаҫары Александр Федотов етәкселегендә был ойошманың белгестәре үткәрҙе.

ӨМЭПБ-ның йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡорамал һәм хәрби техниканы һынау һәм сертификациялау институтының ағымдағы йылдың 27 майҙағы ҡарары менән берекмәгә сифат менеджменты системаһының ГОСТ РВ 15.002, ГОСТ Р ИСО 9001 стандарты талаптарына ярашлылығын раҫлаусы сертификат бирелгән. Документ 2013 йылға тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Ул ӨМЭПБ-ла сифатлы газ турбинаһы сығарыуға бар шарттар ҙа булыуын раҫлай.  

темалар: сәнәғәт, сифат