4 декабрь, Йәкшәмбе

16 июнь 2010 йыл, 12:07

Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһына – 10 йыл

автор: Любовь Колоколова

17 июнь – Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы өсөн мөһим көн. Тәүҙә Ассоциация ағзалары отчет-һайлау йыйылышында үҙ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаясаҡ, һунынан был йәмәғәт ойошмаһының 10 йыллығын байрам итәсәктәр.

Юбилей сараһына хөрмәтле ҡунаҡтар сифатында Президент Хакимиәте һәм республика Хөкүмәте вәкилдәре саҡырылған. Йыйылышта Өфө һәм Башҡортостан райондарынан 200-гә яҡын бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы 2000 йылда төҙөлгәйне һәм үҙ сафында төбәктең төп эшҡыуарлыҡ структураларын берләштерҙе. Ассоциацияның төп бурыстары булып республикала эшҡыуарлыҡты яҡлау һәм бизнес-берләшмәне туплау тора. Бөгөн был ҙур һәм йоғонтоло йәмәғәт ойошмаһы БР ҡалаларында һәм райондарында 63 эшҡыуарҙар союзын, 50 тармаҡ ассоциацияһын, 90-дан ашыу ассоциацияланған ағзаларҙы берләштерә, тип хәбәр итә Ассоциацияның матбуғат хеҙмәте.  

БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы Советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Алексей Щербацкийҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, 10 йыл эшләү осоронда Ассоциация билдәле бер тәжрибә тупланы, уның үҫеш тенденциялары барлыҡҡа килде: «Эшҡыуарлыҡ берләшмәһенең әүҙемлеге артты, төрлө берекмәләрҙең үҙ-ара социаль партнерлығын һәм бизнестың социаль йүнәлешен билдәләүгә баҫым яһалды».