8 декабрь, Кесе йома

16 июнь 2010 йыл, 11:23

Константин Толкачев «Берҙәм Рәсәй» Генсоветы ултырышында ҡатнашты

автор: Марина Шумилова

«Берҙәм Рәсәй» Төбәк политсоветы секретары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев партия Генераль советының көҙгө төбәк һайлауҙарына арналған киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты. «Берҙәм Рәсәй» етәкселеге партияның урындағы бүлексәләрен һайлауҙарға етди әҙерләнергә, хәҙерге заман сәйәси технологияларына баҫым яһарға, эске партия демократияһы юғары кимәлен күрһәтергә, интернетта эште әүҙемләштерергә һәм яңы электорат менән эшләргә саҡыра.

10 октябрь – берҙәм тауыш биреү көнөндә, РФ Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Федерацияның Тыва Республикаһы, Новосибирск, Магадан, Кострома һәм Белгород өлкәләре, шулай уҡ Мәскәү парламенттарына һайлауҙар үтәсәк. Генсовет ултырышында, алда торған көҙгө һайлауҙар Дәүләт Думаһына федераль һайлауҙар алдынан репетиция булып тора, тип билдәләнде.  

Ултырышта партия эшмәкәрлеген мәғлүмәттә даими яҡтыртыуҙың, яңы сәйәси мөхиттәрҙә, иң элек, Интернетта, эште әүҙемләштереүҙең мөһимлеге билдәләнде. Һайлаусылар менән туранан-тура бәйләнеш урынлаштырыу, партияның һайлау алды һәм дөйөм сәйәси фекер алышыуҙарҙа ҡатнашыу зарурлығына иғтибар йүнәлтелде.

Алдағы һайлауҙарҙа күпселек партияһы статусын һаҡлау һәм нығытыу , бөтә йәмғиәтте берләштереү «Берҙәм Рәсәй»ҙең төп маҡсаты булып тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алынды партия Генсоветы ултырышында.

темалар: партиялар