3 декабрь, Шәмбе

16 июнь 2010 йыл, 10:08

Салауатта логопедия мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара семинар үтә

автор: Эльмира Сабирова

Салауатта «Телмәр һәм ишетеү ағзалары боҙолған кешеләргә логопедик ярҙам. Рәсәй-герман тәжрибәһе» халыҡ-ара семинары үтә. Унда Башҡортостандың мәғариф һәм медицина учреждениелары, реабилитация үҙәктәре логопедтары, сурдопедагогтары, психологтары, республиканың юғары һәм урта профессиональ уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм студенттары, Берлин – Штутгарт Медицина академияһы FON институтының логопедия, физиотерапия, эрготерапия өлкәһендәге белгестәре ҡатнаша.

Форумдың маҡсаты – республика белгестәренең һәм уларҙың немец коллегаларының инвалид балаларҙың һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең телмәрен төҙәтеү һәм үҫтереү буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу.  

17 июндә семинар сиктәрендә БР Мәғариф министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының махсус педагогика һәм психология кафедраһы, БР Мәғарифты үҫтереү институтының коррекцион педагогика кафедраһы, З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының Педагогика һәм психология институты уҡытыусылары, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика  реабилитация үҙәге, Телмәр патологияһы, ишетеү ағзалары реабилитацияһы һәм нейрореабилитация үҙәге, Республика балалар клиник дауаханаһы врачтары, инвалидтарҙың республика йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында «Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе комплекслы реабилитациялау: тәжрибә, практика, инновациялар» темаһына түңәрәк өҫтәл үтәсәк.  

Халыҡ-ара семинар һәм түңәрәк өҫтәл йомғаҡтары буйынса тейешле рекомендациялар ҡабул ителәсәк һәм улар БР, РФ дәүләт органдары, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау учреждениелары, шулай уҡ «ЮНЕСКО» халыҡ-ара ойошмаһы адресына йүнәлтеләсәк.

темалар: семинарҙар