Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә Паралимпиясыларҙы әҙерләү үҙәге төҙөлөргә тейеш

Йәмғиәт

2011 йылда Өфөлә Паралимпиясыларҙы әҙерләү үҙәген төҙөй башларға планлаштырыла. Кисә, 14 июндә, проект эшләүгә дәүләт контракты төҙөү хоҡуғына тендер үткәрелде. Башҡортостан Республикаһы Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығының спорт ҡоролмалары төҙөү һәм файҙаланыу хеҙмәте советнигы Римма Чередниктың һүҙҙәренә ҡарағанда, конкурста ҡатнашыуға бер генә ойошма заявка бирҙе.

— Уның исеме әлегә хәбәр ителмәй, — ти Римма Ғасим ҡыҙы. -  Тендерҙың һуңғы һөҙөмтәһе тураһында заявканы ҡарағандан һуң ғына билдәле буласаҡ. Төп шарт – был фирма эштәр башҡарыу өсөн бөтә кәрәкле талаптарға яуап бирергә тейеш.

Паралимпиясылар өсөн спорт әҙерлеге үҙәген Затон биҫтәһендә Ҡамышлы урамында һалыу планлаштырыла. Контракттың башланғыс хаҡы – 31,5 миллион һум. Комплекс спорттың төрлө төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн бер нисә залдан торасаҡ. Трибуналарҙа тамашасылар урыны иҫәбе – 1500. Шулай уҡ врач-тергеҙеү үҙәге һәм 200 урынлыҡ ҡунаҡхана төҙөү ҙә ҡарала.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть