8 декабрь, Кесе йома

15 июнь 2010 йыл, 17:42

Башҡортостан мордвалары VIII Волга халыҡтары мәҙәниәттәре диалогында ҡатнаша

автор: Николай Ермоленко

Йәкшәмбе көнө Һарытауҙа «Волга – тыныслыҡ йылғаһы. Волга буйы халыҡтары мәҙәниәттәре диалогы» VIII Халыҡ-ара этномәҙәни экспедицияһы старт алды. Традиция буйынса уның маршруты Волга буйы ҡалалары: Һарытау – Һамар — Козьмодемьянск (Марий Иле Республикаһы) — Васильсурск (Нижегородка өлкәһе) – Чебоксары – Ҡазан – Һарытау буйлап үтә. Экспедицияла ҡатнашыусылар – башлыса, мордва диаспораһы, шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән – Карелия, Ханты-Манси автономиялы округы, Марий Иле, Татарстан, Башҡортостан, Пенза, Һарытау, Владимир, Һамар, Нижегородка һәм Ырымбур өлкәләренән башҡа фин-уғыр халыҡтары вәкилдәре.

Быйылғы фестивалдең үҙенсәлеге – ул күрһәтелгән маршрут буйынса йөҙгән теплоход бортында үтә. Карапта Волга буйы халыҡтарының Рәсәй составына ҡушылыу тарихи процесы проблемаларына һәм алда торған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәсьәләләренә арналған конференциялар, фестивалдәр, конкурстар, түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү, милли телдәрҙе һаҡлау һәм хәҙерге граждандар йәмғиәтендә милләт-ара һәм конфессия-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү перспективаларын тикшереү, концерттар, күргәҙмәләр ойоштороу планлаштырыла.

«Милли мәғариф: сабыйлыҡтан мәктәпкә тиклем» электрон китапханаһы» яңы этномәғариф проектын презентациялау үткәрелә. Бынан тыш, мәҙәни программала – фин-уғыр  фотожурналистарының «Йортобоҙ – Рәсәй!» күргәҙмәһен һәм Мордовия Республикаһының атҡаҙанған рәссамы А. Алешкиндың “Минең боронғо мордва халҡым” экспозицияһын асыу, «Масторава» фундаменталь мордва халыҡ эпосын һәм «Морденс» арт-фолк төркөмөнөң яңы «Эрямонь парь» альбомын презентациялау.

«Мәҙәниәттәр диалогы» сараларында Башҡортостандан ике вәкил: Стәрлетамаҡ районының быйма баҫыу цехы директоры, райондың мордва үҙәген етәкләүсе Нина Антошкина, шулай уҡ Стәрлетамаҡ районының Садовка ауылынан «Встреча» мордва халыҡ этнографик ансамблендә ҡатнашыусы Раиса Сергеева әүҙем ҡатнаша.

темалар: милли сәйәсәт