5 декабрь, Дүшәмбе

15 июнь 2010 йыл, 15:50

Рәсәй көнөндә грузин һәм азербайжан диаспораһы вәкилдәре Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды

автор: Марина Шумилова

Рәсәй көнөндә грузин һәм азербайжан диаспораһы вәкилдәре Өфөләге Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды.

— Халыҡтар дуҫлығы – ул уйлап сығарылмаған, ә кешеләрҙаң бер территорияла бергәләп йәшәүенең иң яҡшы варианты, был дуҫлыҡ нигеҙендә Рәсәйҙең бөтә халыҡтарының реаль мәнфәғәттәре ята бит, — тине Башҡортостан Республикаһындағы Шота Руставели исемендәге Грузин милли-мәҙәни үҙәге Төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Давид Гурешидзе. – Рәсәй көнө – илебеҙ халыҡтарының берҙәмлеген сағылдырыусы төп байрам. Асылда, ул дөйөм милли идеяны ғәмәлгә ашыра. Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтар мәҙәниәттәренең тап күп төрлөлөгө уның иң ҙур байлығы булып тора һәм илдең бөйөклөгөн билдәләй. Рәсәй көнө ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙең, беҙҙе рухи яҡтан байытҡан милли мәҙәниәттәрҙе күрһәтеүҙең мөһим факторы булып тора.

темалар: Рәсәй көнө