10 декабрь, Шәмбе

15 июнь 2010 йыл, 15:14

Мал аҙығы культуралары планлаштырылған майҙандың 6 процентында сабылған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республиканың күп райондары ауыл хужалығы предприятиелары әлеге ваҡытта мал аҙығы әҙерләү кампанияһына тотондо. Һигеҙ районда ғына ҡайһы бер объектив сәбәптәр арҡаһында сабыуға төшмәгәндәр әле.

Сабыу буйынса алдынғылар рәтендә Саҡмағош һәм Ауырғазы райондары мал аҙығы әҙерләүселәре бара. Был райондар хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләү маҡсатына бүленгән культуралар майҙандарының 16 һәм 15 проценты сабылған. Бишбүләк районы эшсәндәренең дә һөҙөмтәләре яҡшы, унда мал аҙығы майҙандарының 13 проценты сабылған. Был район хужалыҡтарында планға ҡарата 16 процент бесән әҙерләнгән. Мәләүез районы ауыл хужалығы предприятиеларында ла күрһәткестәр насар түгел. Бында бесән һәм сенаж әҙерләү алып барыла.  

БР Ауыл хужалығы министрлығының мал аҙығы әҙерләү бүлеге начальнигы Рафаэль Сафин әйтеүенсә, мал аҙығы әҙерләү республиканың 33 районында алып барыла, 23 районда сенаж һалалар.

Бөгөн Башҡортостанда 77 мең гектар мал аҙығы культуралары сабылған, был республика планының 6 процентын тәшкил итә. 24 мең тонна бесән һәм 69 мең тонна сенаж әҙерләнгән. Бер шартлы мал башына бер центнерға яҡын тупаҫ һәм һутлы мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән.