10 декабрь, Шәмбе

15 июнь 2010 йыл, 14:23

Әбйәлил мәктәбенә Рамазан Өмөтбаевтың исеме бирелде

автор: "Башинформ"

Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылы дөйөм белем биреү мәктәбенә Башҡортостандың күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт яҙыусыһы һәм публицисы Рамазан Өмөтбаевтың исеме бирелде.

Рамазан Ғимран улы Өмөтбаев 1924 йылда Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында тыуған. Уның ҡаҙаныштары күп кенә хәрби һәм хеҙмәт наградалары —Ленин, "Почет Билдәһе", I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, БАССР Юғары Советы Почет Грамоталары, бик күп миҙалдар менән билдәләнгән. Рәсәй Президенты Указы менән 1994 йылда уға "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән хөрмәтле исем бирелә. Ул РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы булды, 4 — 9 саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаты, уның Президиумы ағзаһы итеп һайланды.

темалар: хәтер