6 декабрь, Шишәмбе

15 июнь 2010 йыл, 14:07

Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына ҡарата журналистар конкурсына йомғаҡ яһалды

автор: Любовь Колоколова

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына ҡарата баҫма киң мәғлүмәт сараларында хәрби тематиканы иң яҡшы яҡтыртыуға республика журналистар конкурсына йомғаҡ яһалды.

«Республика гәзиттәре һәм журналдары мөхәрририәттәрендә, интернет-сайттарҙа хәрби тематиканы яҡтыртыу буйынса эште иң яҡшы ойоштороу» номинацияһында беренсе урын «Башҡортостан» һәм «Кызыл таң» гәзиттәре мөхәрририәттәренә бирелде. Икенсе урынды бер кемгә лә бирмәҫкә ҡарар ителде. Өсөнсө урын «Йәшлек» гәзите редакцияһына бирелде.

«Ҡала, берләшкән, район гәзиттәре мөхәрририәттәрендә, интернет-сайттарҙа хәрби тематиканы яҡтыртыу буйынса эште иң яҡшы ойоштороу» номинацияһында урындар түбәндәгесә бүленде: беренсе урында — «Юлдаш» һәм «Янаульские зори» гәзиттәре, икенселә —  «Әбйәлил» гәзите, өсөнсөлә – «Сельские огни» гәзите.

«Республика, ҡала, берләшкән, район гәзиттәре, журналдар, интернет-сайттар журналистарының хәрби тематикаға иң яҡшы эштәре» номинацияһында жюри ун баҫманан 16 авторҙың иң яҡшы мәҡәләләрен һайлап алды. Призлы урындар конкурста ҡатнашыусы өс кешегә бирелде. Беренсе урынды «Йәшлек» гәзитенең яуаплы секретары Вадим Хәбиров яуланы. Икенсе урында коллегабыҙ — «Башвестъ» гәзите хәбәрсеһе Әлфиә Ҡотлоева (Шәрәфетдинова). Өсөнсө урында – «Республика Башкортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Әнисә Янбаева.

Бөтә еңеүселәр аҡсалата приздар аласаҡ.