Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Светлана Арғынбаева Төркиәлә Опера көндәрендә ҡатнашты

Йәмғиәт

Төркиәлә ТӨРКСОЙ халыҡ-ара опера сәнғәте көндәре тамамланды. Туғыҙ илдән йыйылған опера йырсылары араһында унда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаева ла ҡатнашты.

Йола буйынса ТӨРКСОЙ Опера көндәре Мерсин ҡалаһының Опера һәм балет театры сәхнәһендә башланды һәм Төньяҡ Кипрҙа Гирнэ ҡалаһында дауам итте. Был ҡалаларҙа артистар Мерсин опера һәм балет театры оркестры оҙатыуында сығыш яһаны. Тамашасыға Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Хакасия, Башҡортостандан һәм башҡа илдәрҙән килгән опера театрҙары солистары башҡарыуында классик операларҙан ариялар тәҡдим ителде.

«Мерсин төрки телле опера сәнғәте үҙәгенә әйләнгән. Йыл һайын Мерсин халҡы был сараны түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Киләсәктә ТӨРКСОЙ халыҡ-ара опера сәнғәте көндәре Төркиә ҡалаларында ғына түгел, Европа илдәрендә лә лайыҡлы урын аласаҡ», — тип иҫәпләй ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретаре Дюсен Касеинов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан вәкилдәре Төркиәлә үткәрелгән ТӨРКСОЙ халыҡ-ара опера сәнғәте көндәрендә беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Башҡортостан исеменән бығаса Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары Салауат Асҡаров, Әлфиә Кәримова, Илһам Вәлиев, Руслан Хәбибуллин һәм башҡалар сығыш яһаған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть