Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы Беларусь Республикаһына бара

Иҡтисад

Иртәгә, 16 июндә, Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһы Беларусь Республикаһына барасаҡ. Эшсе төркөм составында – БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил  Вахитов, БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил  Ибәтуллин һәм уларҙың урынбаҫарҙары.

Ике республика араһындағы тауар әйләнеше 52 миллион долларҙан ашыу тәшкил итә. Башҡортостандан Беларусҡа экспорт – 30 миллион доллар самаһы, белорусь импорты – 22,5 миллион доллар.

Башҡортостан һәм Беларусь артабан да һәр яҡлап файҙалы үҙ-ара хеҙмәттәшлек алып барыуға мөһим әһәмиәт бирә. Сәфәр барышында Башҡортостан делегацияһы Минск һәм Минск өлкәһе предприятиеларына барасаҡ. Яҡтар төҙөлөш өлкәһендә хеҙмәттәшлек, йыйыу производстволары ойоштороу, Башҡортостан һәм Беларусь предприятиелары продукциялары менән алмашыу мәсьәләләре буйынса һөйләшеүҙәр алып барасаҡ. Шулай уҡ ауыл хужалығы машиналары эшләү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеүҙәр алып барырға планлаштырыла.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть