Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Марсель Ҡотоев – «От Ыры» конкурсының бөтә Рәсәй этабы еңеүсеһе

Йәмғиәт

Башҡортостан исеменән сығыш яһаған Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Марсель Ҡотоев «От Ыры» бөтә Рәсәй этник эстрада музыка конкурсы-фестиваленең Гран-прийын яуланы. Фестиваль 10-11 июндә Хакасияның баш ҡалаһы Абаканда үтте, ә уның еңеүселәре 12 июндә билдәле булды.

«Хакасия» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, фестивалде ойоштороусылар  Ҡаҙағстандан, Бурятия, Алтай, Башҡортостан, Таулы Шория, Саха (Якутия) һәм Новосибирскиҙан артистарҙы саҡырған. Саҡырылған ҡунаҡ сифатында байрамда Бөйөк Британиянан музыкаль продюсер Лу Эдмондс та булған.

«От Ыры» фестиваль-конкурсы йомғаҡтары буйынса еңеүселәргә дипломдар һәм аҡсаға сертификаттар тапшырылған. Төп бүләккә — 50 000 һумға сертификат менән Гран-приға – Башҡортостан артисы Марсель Ҡотоев лайыҡ булған.

Өҫтәп үтәйек, «С.П.Кадышев исемендәге мәҙәниәт һәм халыҡ ижады үҙәге» Республика дәүләт учреждениеһы менән «От Ыры» бөтә Рәсәй этник эстрада музыка фестиваль-конкурсы ошо уҡ исемдәге халыҡ-ара конкурстың аралаш этабы кеүек үткәрелә. Этник музыканттарҙың «От Ыры» халыҡ-ара ярышы Хакасияла ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара ойошмаһының Генераль дирекцияһы һәм Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы етәкселегендә өс йылға бер тапҡыр үтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть