2 декабрь, Йома

15 июнь 2010 йыл, 11:56

Һауыттарға тултырылған һыу етештереүселәр ассоциацияһы ойошторолдо

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Экологтар союзы Һауыттарға тултырылған һыу етештереүселәр ассоциацияһын ойошторҙо. Был турала ҡарар ойоштороу йыйылышында ҡабул ителде. БР Экологтар союзы рәйесе Александр  Веселовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, «Башҡортостандың саф һыуы» исемле яңы ойошма һатып алыусылар талабын киңәйтеүҙе һәм республикала һауыттарға тултырылған һыу баҙарын ялғандан һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя.

Һыу сифаты тураһында хәстәрлек күрәсәк яңы ойошманы ойоштороусылар араһында «Таймас», «Красный ключ», «Чистая вода «Кристальная», «Приуральская», «Кургазак», «Серебряная  вода» һәм башҡа етештереүсе предприятиелар бар.  

Коммерция булмаған яңы берекмә һауыттарға тултырылған һыуҙарҙы тәмләп ҡарау конкурстары үткәрәсәк, продукцияның был төрөнөң сифатын тикшереп торасаҡ, һатып алыусылар талабын көйләү юлы менән сифатлы һәм хәүефһеҙ һыуҙар сығарыуҙы стимуллаштырасаҡ.