4 декабрь, Йәкшәмбе

15 июнь 2010 йыл, 11:37

Өфөнөң «Беренсе май» паркындағы күлгә - икенсе ғүмер

автор: Любовь Колоколова | фото: Любовь Колоколова

Өфөнөң Калинин районындағы «Беренсе май» паркында күл биләмәһен төҙөкләндереү тамамланды. Ҡала һәм Рәсәй Көнөндә бында хатта төҫлө уттар йүнәлтелгән фонтан эшләне, әммә әле уны ваҡытлыса алғандар.  

Яҙ етеү менән паркта сүп-сарлы һыу ятҡылығына әйләнгән күлде тергеҙеү эштәре башланған. Ундағы ҡый-ғыпыр сүплеккә сығарылған, күл төбө таҙартылған, ярҙарын тигеҙләп, үлән сәселгән. Бынан тыш, тәбиғи таш һалып, баҫҡыстар һәм ике сәскә түтәле эшләнгән. Күлгә табан ике аллея алып бара.  

Өфөнөң Калинин районы хакимиәте паркты һәм ундағы күл буйын ҡала халҡының яратҡан ял урынына әйләндерергә иҫәп тота.