7 декабрь, Шаршамбы

15 июнь 2010 йыл, 11:03

Урмандарҙың торошо һауанан тикшерелә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан урмандарында янғын сығыу хәүефлелеге юғары булыу сәбәпле, БР Урман хужалығы министрлығы Белорет, Әүжән, Кананикольск һәм Йылайыр лесничестволарында урман янғындарын һүндереүҙе яраштырыу маҡсатында был территорияларҙа һауа мониторингын ойошторҙо. Быйыл бөтәһе һигеҙ авиапатруллек үткәрелде. БР Урман хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һөҙөмтәләр бигүк ҡыуандырырлыҡ булмаһа ла, бөтә хеҙмәттәрҙең килешеп эш итеүе арҡаһында урман янғындарының күбеһен туҡтатыуға өлгәшелде.  

Янғын хәүефлелеге осоро башланғандан алып республика урмандарында 140 самаһы янғын сығыуы теркәлде. Янғындар солғап алған дөйөм майҙан 2600 гектар тәшкил итте. 55 янғын халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе арҡаһында сыҡты, ағас әҙерләүселәрҙең ғәйебе менән – дүрт, йәшен арҡаһында – 19, ойошмаларҙың ғәйебе менән өс янғын сыҡты. 57 янғындың сәбәбе асыҡлана. Янғындарҙы һүндереү өсөн 2387 кеше һәм 539 техника берәмеге йәлеп ителде.

Һүндереү оперативлығы 57 процент тәшкил итә, йәғни 66 янғын беренсе тәүлектә үк һүндерелде, 27 — икенсе һәм өсөнсө тәүлегендә.

Быйылғы йәй ҡоро булыуы көтөлә, шуға күрә урман янғындары хәүефлелеге юғары булып ҡалыр, моғайын. Бигерәк тә Башҡортостандың Көньяҡ Урал төбәгендә янғын сығыу ихтималлығы юғары.