Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы Петербург һабантуйында ҡатнашасаҡ

Сәйәсәт

Ленинград өлкәһенең Всеволжск районы Сярьги ҡасабаһында «Һабантуй — 2010» байрамы үткәреләсәк. Был сараны «Петербург Һабантуйы» Фонды ойоштора.

Төрлө йәштәге, төрлө милләт һәм төрлө дин тотҡан кешеләрҙе берләштергән был байрамда илебеҙ төбәктәренән, шул иҫәптән республикабыҙҙан делегациялар ҡатнашасаҡ.  

Байрам программаһында милли-мәҙәни үҙәктәр тарафынан әҙерләнгән проекттар ҡаралған. Улар иҫәбендә башҡорт тирмәһен, татар ауылын презентациялау, милли аш-һыуҙарҙы тәмләп ҡарау.  Шулай уҡ «Һабантуй — 2010» сиктәрендә спорт ярыштары үтәсәк. Байрам ҡунаҡтары өсөн башҡорт балын, сувенирҙар, декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте изделиеларын һатыу ойоштороласаҡ.  

Петербург Һабантуйы күптән инде мәҙәни традициялар хазинаһына әйләнгән. Был байрамда башҡорт һәм татарҙар ғына түгел, башҡа бик күп милләт вәкилдәре лә ҡатнаша.  2003 йылда Һабантуй ЮНЕСКО-ның кешелектең телдән һәм матди булмаған шедеврҙары исемлегенә индерелде, ә 2004 йылда Санкт-Петербург властары байрамға дөйөм ҡала статусы биреү тураһында ҡарар ҡабул итте.

«Һабантуй — 2010»ды үткәреү 26 июнгә планлаштырылған.

Теги: һабантуй
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть